Баш ҡалала Өфөнөң 2-се һынлы сәнғәт мәктәбе уҡытыусыларының күргәҙмәһе асылды

Әхмәтәзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала Өфөнөң 2-се һынлы сәнғәт мәктәбе уҡытыусыларының күргәҙмәһе асылды. Экспозиция «Рәссам. Педагог. Остаз» тип атала. Залда тиҫтәнән ашыу авторҙың картиналары ҡуйылған, улар араһында төрлө жанрҙа ижад ителгән эштәр бар.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, Өфөнөң 2-се һынлы сәнғәт мәктәбе республиканың тарихи белем биреү учреждениеларының береһе. Билдәле рәссамдарҙың күбеһе оло ижадҡа юлын тап ошо мәктәптә башлаған.

Белем усағында үҙ эшен яратҡан педагогтар эшләй. Улар үҫеп килгән быуынды һынлы сәнғәт серҙәренә өйрәтә, үҙҙәре лә ижад итергә ваҡыт таба. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Әмир Мәжитов әйтеүенсә, педагогтарҙың картиналарынан күргәҙмә ойоштороу дөрөҫ ҡарар. Үҙеңдең эштәреңде ҙур залда күреү ижади ҡарашты байыта, икенсенән был картиналар йәштәр өсөн оҫталыҡ өлгөһө булып тора.