Белорет районы Абҙаҡ ауылында Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукова иҫтәлегенә һәүәҫкәр йырсылар араһында конкурс үтте. Тәүгә ойошторолған сағыу байрамда өс тиҫтәләп йырсы ҡатнашты.
Гран-приҙы Белорет районы Үткәл ауылынан Зилә Шәғәлина яуланы. Халыҡсан йырҙары менән күптәрҙең һөйөүен яулаған Роза Сабирйән ҡыҙына быйыл 73 йәш тулған булыр ине. Үҙе китһә лә сәхнә оҫтаһының ижады мәңгелек. Үлемһеҙ йырҙар радио-телевидение фондында яңғырап тора.