Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың әсәләре төркөмгә йыйылып панно үрә

Интерьер өсөн биҙәүес әйберҙәрҙе гүзәл заттар йәрминкәләрҙә һәм сауҙа нөктәләрендә һатырға теләй. Уларҙы уртаҡ шөғөлдән тыш, тормош һынауҙары ла берләштерә Әсәләр даун синдромы, аутизм, хәрәкәт итеү һәләтен юғалтҡан һәм башҡа сирҙәр менән ауырыған балаларҙы тәрбиәләй.

Ҡатмарлы көндәлек мәшәҡәттәргә ҡарамаҫтан, әсәйҙәр ижад менән шөғөлләнергә тырыша. «Уның тураһында» тип исемләнгән ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте ағзалары араһында күп бала тәрбиәләүселәр ҙә бар. Панно уреүҙән тыш гүзәл заттар психолог менән аралаша, аш-һыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреү кеүек саралар ойоштора.