Хәйбулла районында «Башҡорт яҙы» тип исемләнгән патриотик концерт үте

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтар хөрмәтенә ойошторолған кисәлә Бөйөк ватан һуғышы осоро, тыуған илгә һөйөү, тоғролоҡ тураһында йырҙар яңғыраны.

Сәхнәлә профессиональ артистар менән бер рәттән һәүәҫкәр коллективтар сығыш яһаны. Патриотик концертҡа махсус хәрби операция биләмәһенән ялға ҡайтҡан ир-егеттәр ҙә саҡырылды. Улар гуманитар ылау йыйыуҙа ҡатнашҡан яҡташтарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Тыныс тормош, тыныслыҡта ултырып концерт ҡарауы үҙе бер бәхет. Концерт оҡшаны, тиҙҙән махсус хәрби операция биләмәһенә кире юлланасаҡбыҙ, был осрашыу яҡты бер хәтирә булып ҡалыр тип уйлайым.

«Град» атамалы яугир