Турнирҙа быға тиклем бер тапҡыр ҙа еңелеү кисермәгән Яңы Уренгой һәм Сибай командалары осрашты. Титул яҙмышын берҙән-бер гол хәл итте. Дәғүәселәр уйынсыһы Виталий Зусько индергән туп «СУМУО» командаһына 1-0 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Шулай итеп төп трофей 2021 йылдағы кеүек йәнә Ямал-Ненец автономия округына юлланды.
Икенселә Башҡортостан, бронза миҙалды Екатеринбург вәкилдәре яуланы. Финалда отолоуға ҡарамаҫтан, яҡташтарбыҙ дәғүәселәре кеүек Ярославлдә үтәсәк беренсе лиганың Бөтә Рәсәй финалына юллама алды.