Бөгөнгә 50-нән ашыу кеше медицина тикшереүе үткән. Белгестәр үлемесле ауырыу күсереүсе паразит бөжәктәрҙән һаҡланыу өсөн профилактик саралар күреү мөһимлеге хаҡында иҫкәртә. Былтыр 30-ға яҡын кеше зарарлы энцефалиттан зыян күргән. Бәхетһеҙ осраҡтар күберәк Белорет һәм төньяҡ-көнсығыш райондарында теркәлгән. Хәүефле осорҙа нисек һаҡланырға? Яуап БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.
Яр буйындағы паркҡа Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә йәшәүселәр бер нисә аҙна йөрөргә ҡурҡа. Һауа торошо йылына башлау менән, бында талпандар әүҙемләшкән. Урындағылар көн һайын өҫтөнән бер нисә тиҫтә бөжәк табырға мәжбүр. Эльмира Афанасьеваға ла ял урынына юлды оноторға тура килә: ханым бәләкәй ҡыҙы өсөн борсола.
Ике талпан ғына аҙ. Көн дауамында эткә 20-гә тиклем бөжәк ҡаҙалыуы ихтимал. Ирек яратыусы хайуанды хужаһы урман араһында түгел, ә асфальт юл һалынған биләмәлә йөрөтөргә тырыша. Тик паразиттарҙан был да ҡотҡармай.
Йорт хайуандарын талпандан һаҡлау өсөн бер нисә ысул бар. Урамға сығыр алдынан, уны препарат менән эшкәртеү, дарыу эсереү, махсус муйынсаҡ тағыу зарур. Бесәйҙәр өсөн талпан әллә ни ҡурҡыныс булмаһа, эттәр өсөн инфекция ауырыуы үлемесле.
Быйыл төбәктә талпан ҡаҙалыу осрағы ғәҙәттәге ваҡыттан иртәрәк теркәлгән. Медицина учреждениеларына 50-нән ашыу зыян күреүсе мөрәжәғәт иткән, уларҙың яҡынса яртыһы - балалар. Инфекцияланыусылар дөйөм иҫәптең 4 процентын тәшкил итә. Белгестәр ауырыуҙы иҫкәртеүҙең төп сараһы вакцинация булыуын билдәләй.
Ә инде ҡалаларҙа талпанға ҡаршы ағыулау саралары апрель аҙағына тәғәйенләнгән. Эш һауа шарттарына бәйле. Ерҙә ҡар тулыһынса иреп бөтөргә тейеш. Шул уҡ ваҡытта шәхси ҡәғиҙәләр тураһында ла оноторға ярамай.
Талпандан һаҡланыр өсөн, ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү зарур. Урманда йөрөгәндә, ярты сәғәт һайын өҫтө ҡарау, асыҡ төҫтә кейенеү тәҡдим ителә. Салбарҙы аяҡ кейеменә тығып кейеү, яулыҡ ябыныу кеүек талаптарҙы үтәгәндә, талпан эләктереү ихтималлығы кәмей. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ.
Рәзилә Ғиниәтуллина