Ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүселәр мобиль лаборатория ярҙамы менән ҡуллана аласаҡ

Бушлай күрһәтелгән дәүләт ярҙамы менән республикала бал ҡорто аҫраусылар 10 апрелдән 12 майға тиклем ҡуллана аласаҡ. Мишкә районы ҡортсолары бындай форсаттан бишенсе йыл рәттән файҙаланды. Мобиль лаборатория эшмәкәрлеге хаҡында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Юрий Әсмәндиәров хужалығында етмеш баш умарта тота. Яҙғы ревизия яһағандан һуң, бал ҡорттарының уңышлы ҡыш сығыуын дәлилләй. Лилиә һәм Юрий Әсмәндиәровтар бал ҡорттарының санитар хәлен анализлау өсөн үҙ районында уҡ анализдар тапшыра ала.

Иртәнге сәғәт ундан умартасылар Мишкә районы үҙәк ветернинария станцияһында. Һәр кем махсус контейнерҙарҙа бал ҡорттарын һәм балауыҙлы бал өлгөлөрен алып килгән.

Боронғо ата-бабалар кәсебе менән шөғөлләнеүселәр 4 йыл элек Бөрө, Өфө ҡалаларына барып анализ тапшырһа, хәҙер яуаплы тикшеренеүҙәрҙе үҙ районында уҡ эшләтә ала.

Күсмә мобиль лабораторияның иң төп өҫтөнлөгө - ул умартасыларға хатта, төпкөлдәрҙә лә бал ҡорттарының сәләмәтлек торошон асыҡлау мөмкинлеге бирә. Лаборатория хеҙмәткәрҙәре заманса медицина ҡорамалдары ярҙамында бер-нисә минут эсендә бал ҡортоноң ғүмерен ҡыйыусы паразиттарҙы асыҡлай.

Бал ҡорттарында инфекцион сирҙәр асыҡланған осраҡтарҙа ветеринарҙар ҡарары менән умарталыҡ карантинға ябыла.Ә биләмәләргә бал йыйырға килеүсе умартасылар 21 көн дауамында карантин талаптарын үтәргә бурыслы.

Күсмә ветеринария лабораторияһы республиканың 31 районында эшләйәсәк. Был мобиль лабораторияла бал ҡорттарына алты төрлө анализ үткәрелә, бал сифаты тикшерелә. Вирустарға, бактерияларға, ашҡаҙан-эсәк сирҙәренә анализдар үткәреү стационар шарттарҙа, Өфөлә үҙәк лабораторияла башҡарыласаҡ.

Гүзәл Борханова