Радий Хәбиров Мәғариф һәм фән министрлығына быйыл 1 сентябргә тиклем эште тамамларға ҡушты. - Йыл һайын колледждарҙың матди-техник базаһын яҡшыртыуға 500 миллион һум бүлеү тураһында ҡарар ҡабул иттек. Был аҡса федераль программанан тыш йүнәлтелә. Бер нисә йылда бөтә колледждарҙы тәртип килтерәбеҙ, - тине ул. Уҡыу йортонда 1 мең студент белем ала. Уның Әбйәлил, Бөрйән, Баймаҡ райондарында филиалдары бар.