Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тирә-яҡты йәшелләндереү сараһы быйылдан халыҡ-ара статусҡа эйә. Беҙҙең республикала акция 22 апрелдән 22 майға тиклем ойошторола. Сара илде һаҡлаған батырҙар иҫтәлеге һәм хөрмәтенә үткәрелә. Быйыл Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән “Хәтер баҡсаһы” акцияһының төп майҙансығы Шишмә районы Турахан кәшәнәһе янында була. Бында 1 мең 100 төп ҡайын үҫентеһе ултыртыла.