Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай закон проектын ҡабул итте. Уға ярашлы, өс йылдан ашыу ҡулланылмаған хужалыҡ ерҙәре тартып алына. Бындай ҡарарҙы суд ҡабул итергә тейеш. Биләмә хужаһы баҫыуҙы һатыуға ла хоҡуҡлы булмай. Закон проекты апрелдәге пленар ултырышта өсөнсө уҡыуҙа ҡарала.