Рәсәйҙә балаларға вейп һатыу тыйылды

Дәүләт Думаһы депутаттары  бәлиғ булмағандарға вейп һатыуҙы тыйған закон ҡабул итте. Вейп өсөн шыйыҡсаларҙа ауыр металдар, башҡа химик матдәләр бар, уларҙың организмға эләгеүе яман шеш барлыҡҡа килеү хәүефен  арттыра. Уның ағыулы парҙары тын алыу юлдарының тарайыуына сәбәпсе була.