Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелә

Ул 17 апрелдән ғәмәлдә була. Бөгөн был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе. Республикала быйыл беренсе урман янғыны апрель башында Белорет районында теркәлде. Шулай уҡ ҡоро үләнгә ут ҡабыу осраҡтары бар.  Махсус режим ваҡытында усаҡ яғыу, ауыл хужалығы ерҙәрендә, айырым һаҡланған биләмәләрҙә, юл буйҙарында хәүефле эштәр алып барыу тыйыла. ял урындарында, баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә профилактик рейдтар үткәрелә.