Башҡортостандан 16 ҡала федераль рейтингта юғары урын алған

Йәшәү өсөн уңайлы мөхит булған биләмәләр исемлегенә Өфө, Туймазы, Дүртөйлө, Ағиҙел, Баймаҡ, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Ишембай, Яңауыл, Сибай, Октябрьский, Бөрө, Мәләүез, Салауат, Нефтекама һәм Белорет ингән. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан белдереүҙәренсә, республикала һуңғы 4 йылда уңайлы ҡалалар һаны ике тапҡырға артҡан. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы округында 3-сө урында.