Сара Өфөлә бөгөн асылған экология форумы сиктәрендә ойошторолдо. Рәсми делегация Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы предприятиеларының атмосфераға ырғытылған химик матдәләрен ҡыҫҡартыуға йүнәлтелгән проект үҫеше менән ҡыҙыҡһынды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Салауат ҡалаһының төньяҡ ҡапҡаһы. Тап ошо биләмәнән нефть химия предприятиеһы ишектәре асыла. Сәнәғәт зонаһы башланыуын күптәр һауалағы еҫ менән бәйләй. Предприятие етәкселеге яҡын киләсәктә был хәлдең тотороҡланасағына ышаныс белдерҙе. Әлеге ваҡытта объектта ете этапҡа бүленгән төҙөкләндереү эштәре бара. Термодесорбция аппаратын урынлаштырыу атмосфераға ырҫытылған углерод, бензол, ксилол кеүек химик матдәләрҙе мең тоннаға тиклем ҡыҫҡартыуға мөмкинлек бирә.
«Газпром нефтехим Салауат» таҙартыу ҡоролмалары аша предприятиенан тыш, ҡала халҡының да көнкүрештә ҡулланылған һыуҙары үтә. Объектты модернизациялау киләсәктә Ағиҙел йылғаһын файҙаланыуҙы кәметәсәк. Нефть эшкәртеү заводының резервуар цехында иһә бөгөн башҡарылған эштәр барланды. Паркты модернизациялау программаһы сиктәрендә уларҙың 16-ы файҙаланыуға тапшырылған, әле тағы ла дүртәүһендә эш алып барыла. Яңыртылған комплекс экология һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге нормалары үтәлешен күҙ уңында тотор тигән ышаныс уята. Заводтың факел системаһы ла һорау тыуҙырмай ҡалманы.
Яҡын арала көкөртлө водород конверсияһы күрһәткесе 99,2 процентты тәшкил итер тип көтөлә. Зәңгәр яғыулыҡты өҫтәмә утилләштереү һөҙөмтәһендә яңы техник көкөрт производствоһына нигеҙ һалынды. Эште йыл аҙағында тамамлау күҙаллана.
«Таҙа һауа» федераль проект офисы етәкселеге предприятиеның этап буйынса тормошҡа ашырылған экология проекттарын юғары баһаланы.
Рәсми делегация шулай уҡ «Башҡорт сода компанияһы»ның эше менән дә ҡыҙыҡһынды. Ҡунаҡтар етештерелгән продукттың техник процессы һәм 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән экология пландары менән танышты. Каустик етештерелгән майҙанда мәҫәлән, дегазация, йәғни зарарһыҙландырыу буйынса эш башҡарыу планлаштырыла. Һауаға ырғытылған бысраҡ матдаләрҙе кәметеүгә йүнәлтелгән компанияның үҙ ысулы. Кәңәшмә барышында Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларының «Таҙа һауа» федераль проектына инәсәге ҡабул ителде.
Башҡортостандың эре сәнәғәт предприятиеларының федераль проектҡа инеүе экология мәсьәләләрен хәл итеүгә аҙым булды. Урында проекттарҙың тормошҡа ашырылыуы хаҡында халыҡ та хәбәрҙар булырға тейешлеге билдәләнде.
Азат Ғәлиуллин