Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Сибайға эш сәфәре барышында ошо турала белдерҙе. Медицина хеҙмәткәрҙәре бер йыл эсендә Сибай, Баймаҡ, Хәйбулла һәм Йылайыр райондарынан 5 меңдән ашыу кеше дауаланған. Билдәле булыуынса, йоғошло ауырыуҙар үҙәге коронавирус пандемияһы осоронда төбәк башлығы ҡушыуы буйынса төҙөлдө.
Радий Хәбиров учреждениены ҡарап сыҡты һәм пациенттар менән аралашты. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, төбәктә ковид- госпиталдәрҙә көсөргәнеш кәмей. Шуға ла Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына койка фондын һөҙөмтәле файҙаланыу өсөн госпиталдәрҙе үҙгәртеп ҡороу мөмкинлектәрен өйрәнергә ҡушты.
Баймаҡта Радий Хәбиров «Үҙгәрештәр еле» проекты сиктәрендә төҙөкләндерелгән ҡаланың үҙәк майҙаны менән танышты. Йәмәғәт киңлеген һәм уға йәнәш Салауат Юлаев проспектын модернизациялау концепцияһы 2020 йылда «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проектында еңеүсе булды. Уны тормошҡа ашырыуға 50 миллион һум күләмендә грант бүленде. Майҙанды яңыртыуҙың беренсе этабы былтыр тамамланды. Апрель башына төҙөүселәр икенсе этаптың байтаҡ өлөшөн ғәмәлгә ашырған. Биләмәлә плитка, асфальт түшәлгән, видеокүҙәтеү һәм тышҡы яҡтыртыу, шулай уҡ мәҙәни-күмәк саралар өсөн эскәмйәләр һәм сәхнә ҡуйылған. Башҡортостан башлығы төҙөкләндерелгән майҙанды ҡараны һәм урындағы халыҡ менән аралашты.