Етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарына кандидаттар һайлап алыу буйынса алдан тауыш биреү тәүге тапҡыр тик электрон тәртиптә ойошторола. Ул 22-һенән 28 майға тиклем уҙа. Был турала «Башинформ» агентлығында ойошторолған матбуғат конференцияһында хәбәр иттеләр.
Кандидаттар 27 апрелгә тиклем теркәлергә тейеш. Әйткәндәй, әле 712 кеше алдан һайлап алыу этабында ҡатнашырға теләк белдергән. Уларҙың өстән бер өлөшө 35 йәшкә тиклемге йәштәр. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарына кандидаттар һайлап алыу буйынса алдан тауыш биреүҙә ҡатнашырға теләүсе граждандарға 17 апрелдән «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша теркәлергә мөмкин.