Тәүлек эсендә һыу кимәленең күпләп артыуы Кама йылғаһында күҙәтелгән. Йылғаның Краснокама районы Масляный мыс ауылы эргәһендәге өлөшөндә һыу кимәле 75 сантиметрға күтәрелгән. Шулай уҡ һыу баҫыуға бәйле 4 осраҡ, шул иҫәптән бер юл участкаһы һәм күпер күҙәтеүгә алынған.