Экспозицияла Космонавтика көнөнә иғлан ителгән ижади конкурс еңеүселәренең эштәре ҡуйылған.
Конкурс тәүге тапҡыр үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, 200-гә яҡын эш ҡабул ителгән. География ла киң - Башҡортостан уҡыусыларынан тыш, Свердлов, Силәбе өлкәләре һәм Донецк халыҡ республикаһы вәкилдәре ҡатнаша. Төрлө техникала эшләнгән һүрәттәр менән танышырға мөмкин. Иң яҡшыларының авторҙары баш ҡала планетарийында ойошторолған күргәҙмәне асыу сараһына саҡырылды. Ижади эштәр төрлө номинацияларҙа баһаланып, еңеүселәргә диплом тапшырылды.
Космонавтика көнө уңайынан малай-ҡыҙҙарға «Рәсәйҙең космос тарихы» программаһы күрһәтелде. Шулай уҡ Халыҡ-ара йыһан станцияһы хеҙмәткәрҙәре балаларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Ижади конкурсты йыл һайын үткәреү күҙаллана.