Баймаҡта яңы балалар поликлиникаһы быйыл октябрҙә эшләй башлай

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сменаһына 300 кешегә иҫәпләнгән учреждение төҙөлөшө менән танышты. Поликлиника «Сәләмәтлек» милли проектының беренсел звеноһын яңыртыу республика программаһы буйынса сафҡа индерелә. Өс ҡатлы бинала диагностика, рентген, стоматология, физиотерапия бүлексәләрен, хирургия һәм травматология блоктарын, ашығыс ярҙам һәм көндөҙгө стационар урынлаштырыу күҙаллана.

Әле объектта ҡыйыҡ һәм эске инженер селтәрҙәре монтажлана. Бинаның икенсе ҡатында йылылыҡ торбалары һуҙыла, эске биҙәү эштәре дауам итә. Башҡортостан башлығы объекттағы эш барышы менән танышҡандан һуң поликлиниканы йыһазландырыуҙы Республика көнөнә тиклем тамамларға ҡушты.

Башҡортостан Башлығы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында ла булды. Былтыр бында республика ярҙамы менән уҡыу корпусына һәм оҫтаханаларына капиталь ремонт үткәрелде. Ошо маҡсатҡа төбәк бюджетынан 56 миллион ярым һум аҡса йүнәлтелде. Колледждың Баймаҡ, Әбйәлил һәм Бөрйән райондарында өс филиалы бар. Бөтәһе 1 мең самаһы студент уҡый. Республика башлығы шулай уҡ агросәнәғәт колледжының ятағы ҡараны. Радий Хәбиров республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына 2023 йылдың 1 сентябренә тиклем бинаны ремонтларға ҡушты.