Һауаға ракеталар осто. Кемдең моделе иң бейеккә күтәрелде. Баймаҡта Йәш техниктар станцияһында шөғөлләнеүсе балалар үҙҙәре уйлап тапҡан ракеталарын һауаға осороу буйынса ярышты. Сара бөгөн билдәнгән Авиация һәм космонавтика көнөнә арналды.
Ярышта һәләтле балалар үҙҙәре уйлап тапҡан ракеталарын осошта һынап ҡараны. Ҡаланың икенсе мәктәбе уҡыусыһы Илгиз Юлғотлиндың ракетаһы уҙған йыл 57 метр алыҫлыҡҡа күтәрелеп, яҡшы күрһәткестәргә иреште. быйыл да йәш техник үҙенең ҡоролмаһының һынатмаҫына ышана.
Бала сағында малайҙарҙың күбеһе космонавт булырға теләй. Улар өсөн ҡул аҫтында булған әйберҙәрҙән ракеталар яһап һауаға сойорғотоуҙан да ҙурыраҡ ҡыуаныс юҡ. Ҡала мәктәптәренән 15 уҡыусы ҡоролманы катапульта менән һауа һәм һыу ярҙамында шулай уҡ С‐6 двигаттелле моделде осорҙо.
Йыл һайын Космонавтика көнөнә ҡарата Йәш техниктар станцияһы ДОСААФ ойошмаһы менән берлектә үткәрелгән сарала күргәҙмә лә ойошторола. Унда космосҡа бәйле төрлө материалдарҙан яһалған ҡул эштәре, һүрәттәр урын алды.