Иглин районында «Башҡорт яҙы» тип исемләнгән патриотик концерт үте

Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарҙы хуплап «Башҡорт яҙы» патриотик йыр акцияһы үткәрелә. Иглин районы мәҙәниәт йортонда уҙған сараға хеҙмәт ветерандары, әүҙем йәмәғәтселәр, көмөш ирекмәндәр, хәрбиҙәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре саҡырылды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ҡыҫҡа ваҡытҡа ялға ҡатҡан, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар илһөйәрлек сараһының төп геройҙары. «Суслик» ҡушаматлы яугир илһөйәрлек сараһына ҡунаҡ булараҡ саҡырылған. Ут-һыуҙы үткән яугир тамашасылар алдында сығыш яһаны. Илдә тыныслыҡ булдырыу өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ тип белдереп, үҙҙәрен хөрмәтләп йылы осрашыуға саҡырғандары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Социаль мәсьәләләр буйынса Иглин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары ла бөгөнгө сараның мөһимлеген билдәләне.

«Башҡорт яҙы» патриотик концертында райондың бөтә ижади коллективтары ла әүҙемлек күрһәтте. Һәүәҫкәр композитор, автор-башҡарыусы Фәниә Дауытова 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры генерал-майор Шайморатовҡа арнап йыр башҡарҙы. Тамашасы уның сығышын көслө алҡыштарға күмде.

Сәхнәгә һәүәҫкәр башҡарыусыларҙан тыш, профессионал артистар ҙа күтәрелде. Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Марсель Ҡотоев, Рәмил Баҙамшиндар алғы һыҙыҡта һалдаттар алдында сығыш яһап өлгөргән. Рәмил Баҙамшин иһә үҙенең сығышын Рәсәй Геройы Достовалов исемендәге башҡорт батальоны яугирына бағышланы. Патриотик рухтағы йырҙар тамашасы күңеленә хуш килде, саранан һәр кем рух күтәреңкелеге, яҡшы кйеф алды.

Гүзәл Борханова