Бөгөндән Борай районында юл ябылды

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Туғай ауылы янында машиналар үтә алмай. Тейешле билдәләр ҡуйылған. Тыйыу 2024 йыл аҙағына тиклем була. Сикләү Ҡазандан Екатеринбургка магистраль төҙөлөшө менән бәйле. Трассаның бер өлөшө Башҡортостан аша  үтә.