2025 йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда ике сүп эшкәртеү комплексы төҙөлә

Бының өсөн 4 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонола. Комплекстар Краснокама һәм Дүртөйлө райондарында урынлаша. Улар 205 мең тонна сүп эшкәртеүгә иҫәпләнә. -Был объекттар Республика сүп-сар проблемаһын хәл итеү мөмкинлеге бирә, - ти экологтар.