Бөгөн Өфөлә шағир һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланы иҫкә алалар. Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге республика милли китапханаһында арҙаҡлы шәхескә бағышланған түңәрәк өҫтәл үтте. Аҡмулланың ижады милли әҙәбиәткә ҙур йоғонто яһай. Ул ҡаҙаҡ һәм татар әҙәбиәтен үҫтереүгә лә тос өлөш индерә. Сәсәндең тормош юлы һәм шиғриәтенә иғтибар арта бара. Яҙыусы Фәнис Янышев Мифтахетдин Аҡмулланың әсәһе тураһында документтар табыуы тураһында белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтМифтахетдин Аҡмулла ҡаҙаҡ далаларында ғына түгел, Башҡортостан райондарында ла балалар уҡыта. “Уның исемен тарихи хәтер йәшәтә”, - ти Фәнис Янышев.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтМилли китапхана хеҙмәткәрҙәре Аҡмуллаға арналған виртуаль күргәҙмә әҙерләгән. Унда мәғрифәтсенең ғәрәп графикаһында нәшер ителгән китаптары, хаттар, автографтар, ваҡытлы матбуғатта донъя күргән әҫәрҙәре тәҡдим ителә.