Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Шәфиев һәм Лев Толстой урамдарында эштәр алып барыла. Бында асфальт алмаштырыла, тротуарҙар яңыртыла. Ремонтты 15 сентябргә тамамлау планлаштырыла. Эштәр "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты буйынса башҡарыла.