Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала 28 меңдән ашыу кешегә рәсми рәүештә алкоголизм диагнозы ҡуйылған. Бындай ауырыуҙарҙың күбеһе Өфө, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Туймазы, Октябрьский, Дәүләкән һәм Белоретта теркәлгән. Баймаҡ, Учалы, Дүртөйлө ҡалаларында, Балаҡатай, Краснокама, Салауат, Йәрмәкәй райондарында алкоголизм менән сирлеләр аҙ.