Өфөлә Рәсәйҙәге иң оҙон йүкә аллеяһы барлыҡҡа килә

“Йәшел Башҡортостан” акцияһы барышында 26 апрелдә ҡалала Октябрь проспекты буйлап йүкә үҫентеләре ултыртыла. Йәшелләндереү саралары барышында республикала быйыл яҙ 24 мең ағас һәм 57 мең төп ҡыуаҡ ултыртыу ҡарала.