Унда Белорет, Бөрйән, Әбйәлил, Ейәнсура, Йылайыр, Баймаҡ, Учалы, Хәйбулла райондары, Межгорье һәм Сибай ҡалалары вәкилдәре ҡатнаша. Йыйындың эшлекле өлөшөндә түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү, оҫталыҡ дәрестәре, ауыл биләмәһе башлыҡтары һәм эшҡыуарҙар өсөн сессия ҡаралған. Фекер алышыу майҙансыҡтары ойошторола.