Республикала йәшелләндереү буйынса өмәләр башлана

22 апрелдән 13 майға тиклем “Йәшел Башҡортостан” экология акцияһы уҙғарыла. 29 апрель һәм 13 май Берҙәм ағас ултыртыу көнө тип иғлан ителде. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова әйтеүенсә, унда 90 меңдән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә. 1 мең 700 берәмек техника йәлеп ителә.  Яҙғы акция барышында 24 мең ағас һәм 57 мең ҡыуаҡ ултыртыла.  Башҡортостанда 64 тематик аллея барлыҡҡа килергә тейеш. Улар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәргә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм арҙаҡлы шәхестәргә бағышлана. Мәҫәлән, Хәйбулла районында республиканың беренсе президенты Мортаза Рәхимов исемендәге аллеяға нигеҙ һалына.