Александр Доставалов исемендәге ирекле башҡорт батальоны яугирҙарының бер төркөмө бөгөн ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтты. Яугирҙарҙы йола буйынса Өфөнөң Совет майҙанында туғандары, ғаиләләре һәм дуҫтары ҡаршы алды.
Махсус хәрби операция ҡатнашыусылары Башҡортостан һәм Еңеү байраҡтарында сәләмләп, Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалыуҙа ҡатнашты. Унан һуң осрашыуға килгән яҡындары янына ашыҡты. Хәрби наградалар менән ҡайтҡан яугирҙарыбыҙ ялын тыуған ауылдарында уҙғарырға ниәтләй. Төрлө яҡлы, шул иҫәптән илһөйәрлеккә бәйле осрашыуҙар ҙа көтөлә.