Башҡортостанда үткәүелдәрҙең торошон тикшереү дауам итә

Тимер юл аша сығыу урындары хәрәкәт хәүефһеҙлеге талаптарына тап киләме? Был һорау бер ваҡытта ла үҙенең көнүҙәклеген юғалтмай. Яҙ етеү махсус төҙөлгән комиссия үткәүелдәрҙең торошон тикшерергә тотона. Был юлы Куйбышев тимер юлы вәкилдәре төбәк влась органдары һәм дәүләт автоинспекцияһы менән берлектә Ҡырмыҫҡалы районында булды. Теманың дауамы беҙҙең киләһе репортажда.

Тимер юл аша сығыу урындары мөһим транспорт объекттары һанала. Улар поездарҙан ғына түгел, ә ауыр техникаларҙан да ҙур зыян күрә. Транспорт хәрәкәтенең тотороҡлоғон тәьмин итеү өсөн йыл һайын бындай урындарҙа комплекслы саралар күрелә. Комиссия тикшереүе аңлатыу эшен дә, тимер юл инфраструктураһын ремонтлауҙы һәм яңыртыуҙы үҙ эсенә ала.

Комиссия ағзалары иң беренсе рельстарҙың араһын тикшерә. Был урында барыһы ла нормала, ә бына резиналы япма ауыр йөктән баҫылған. Тимәк, ул водителдәргә өҫтәмә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Шуға ла яуаплы хеҙмәттәргә был етешһеҙлекте иҫкәртеү бурысы ҡуйылды. Тикшереү барышында сигнал һәм юл билдәләренә, поезд һәм автотранспорт подъездарына ҙур иғтибар бүленде.

Тимер юл аша сығыу урынынан башлыса Көстөғол ауылы халҡы йөрөй. Улар әйтеүенсә, был үткәүелдә бер генә авария осрағы ла теркәлмәгән. Әммә Куйбышев тимер юлына ҡараған участкаларҙа былтыр поездар ҡатнашлығында 6 ваҡиға булған. Шуларҙың икәүһе Башҡортостан биләмәһендә.

Дөрөҫ эшләгән сигнализация, яҡтыртыу, юл билдәләре һәм йүнәлтеүсе бағаналар булыуы юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн нигеҙ булып тора. Белгестәр әйтеүенсә, бер үк ваҡытта водителдәрҙән дә юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәү талап ителә.

И.Байбулатов