Ауылдарға - зәңгәр яғыулыҡ. Рәсәй төбәктәрен газификациялау программаһына ярашлы, Баймаҡ районы Ишмөхәмәт ауыл биләмәһенә газ үткәрелә башланы. Әле Урғаҙа, Яңғаҙы, Ишмөхәмәт ауылдарына торбалар һуҙыла. Дөйөм алғанда, дәүләт программалары буйынса, 2021 йылдан алып төбәктә 38 ауылға тәбиғи газ үтә.
Ишмөхәмәттәр зәңгәр яғыулыҡ килеү хәбәрен шатланып ҡаршы алды. 200 -гә яҡын кеше йәшәгән ауыл халҡы күптән газ яғып йәшәргә хыяллана.Бөгөн улар йорттарын зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу өсөн төҙөкләндереү эштәре менән мәшғүл.
Газ Урғаҙанан Яңғаҙы Ишмөхәмәт ауылдарына һуҙыласаҡ, ошо маҡсатта 14 саҡрымдан ашыу торба һалына. Ер эштәренә 7 берәмек ҡеүәтле техника йәлеп ителгән. Мәскәү ҡалаһынан подрядсы ойошма килешеү ваҡытына эште тапшырырға иҫәп тоталар.
Рәсәй төбәктәрен газификациялау программаһына ярашлы, әле Баймаҡ районының 10 ауылы тәбиғи газға тоташтырыла. Бынан тыш урында тағы ла социаль газификациялау программаһы буйынса эш дауам итә.