Башҡортостанда һауа торошоноң ҡапыл боҙолоуы көтөлә

Синоптиктар фаразлауынса, арктик һауа массаһы баҫымына бәйле, иртәгәнән һауа температураһы түбәнәйә. Республика биләмәһендә елдең тиҙлеге секундына 26 метрға тиклем көсәйеүе ихтимал.

Көндәҙ һауа температураһы 2-7 градус йылы, башлыса яуым-төшөмһөҙ булыр тип күҙаллана. Башҡортостандың көньяҡ райондарында ямғыр, епшек ҡар яуыуы мөмкин. Юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Йәйге резинаға күскән водителдәргә иғтибарлы булырға, алыҫ юлға сығыуҙан тыйылырға кәңәш ителә.