Иглиндәр өсөн туризмды үҫтереү темаһы бик мөһим һанала. Районға яҡшы юлдар илтә, транспорт тәьминәте лә үҫешкән. Хозур тәбиғәт, мул, таҙа һыулы йылғалар, Урал алды тауҙары, ҡуйы урмандар һәм тыуған ерҙәрен күркәм итергә ынтылыусы егәрле кешеләр. Райондың туристик потециалын презентациялағанда Гүзәл Насирова тап ошо үҙенсәлектәргә туҡталды. Иглин районы туристарҙы йыл әйләнәһенә ҡабул итеү планын төҙөгән.
Крайҙы өйрәнеүселәр Бөйөк Ватан һуғышына арналған тарихи факттарҙы ентекле өйрәнә. 9 -сы май Еңеү көнөнә арнап улар күмәк халыҡ ҡатнашлығында» Һалдат ялда» театрлаштырылған интерактив байрам тәҡдим итә. Усаҡ тирәләй хәрби йырҙар яңғыраясаҡ. Сарала ҡатнашыусыларҙы үлән сәйе, һалдат бутҡаһы менән һыйлау күҙаллана.
Аҡбирҙе ауыл биләмәһенә ҡараған Ҡарамалыла ҡатын-ҡыҙҙар иһә туристарҙы 24 июндә «Ҡаймаҡ байрамы»на саҡыра. Экологик яҡтан таҙа төбәктә һыйыр ағын эшкәртеү күренешен «Хәтирә» халыҡ фольклор ансамбле ҡатын-ҡыҙҙары Меңйетәр ауылында үтәсәк байрамда күрһәтәсәк.
Иглиндәр - тәбиғәт балаһы. «Ҡош ояһы» эко-фермаһы ял итергә тотош ғаиләләрҙе саҡыра. 23 гектарҙағы урман зонаһында уңайлы ҡунаҡ йорттары, мунсалар урынлашҡан. Долан тоҡомло һарыҡтар, пони, кәзәләр һәм башҡа йорт хайуадары һәм ҡоштары менән танышырға мөмкин.
Халыҡсан байрам һабантуй, иглин һуғаны тарихын барлау, Хәсән Иҙиәтуллиндың башҡорт тоҡомло аттары менән танышыу, Тәкәй ауылының «Алтын ҡош»биләмәһендә этномәҙәниәтте өйрәнеү, күпләп белорустар халҡы йәшәгән Охлебининда Иван-купала байрамында ҡатнашыу. Ҡыҫҡаһы, ҡунаҡсыл һәм йомарт иглин ерендә үтәсәк сараларға туристар Өфө-Иглин маршруты буйынса электричкала, маршрут автобустарында, шәхси автомобилдәрендә килә ала.
Иглин районында 8 йүнәлештә туризмды үҫтерергә мөмкин. Йәйәүле һәм һыбайлы марштруттар, Ләмәҙ йылғаһы буйлап катамарандарҙа ағып төшөү, агротуризм һәм ваҡиғалы туризм. Райондың Өфөгә яҡын булыуы ла туристарҙы күпләп йәлеп итеүгә киң мөмкинлектәр аса.
Гүзәл Борханова