Өфөләге Башҡортостан «Китап» нәшриәте магазинында «Автограф көнө» ойошторолдо

Осрашыуҙа билдәле яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллинаның «Кешеләр йондоҙҙар һымаҡ» китабының исем туйы үтте. Гөлсирә Мирза ҡыҙы - тормошто яҡшы белгән, кешеләрҙең күңел кисерештәрен яҡшы тойған ижадсы. Уның әҫәрҙәре тормош күренештәрен һүрәтләп кенә ҡалмай, уҡыусыны уйланырға мәжбүр итә. Яҙыусы менән әңгәмә барышында Гөлсирә Ғиззәтуллинаның ижадын һөйөүселәр һорауҙар бирҙе, хикәйә геройҙарының яҙмышы менән ҡыҙыҡһынды.