Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Яңауыл районында граждандарҙы ҡабул итте

Урындағы халыҡ парламент рәйесенә борсоған һорауҙары менән мөрәжәғәт итте. Вояды ауылынан район үҙәгенә транспорт һирәк йөрөүе, Андреевка, Сәлих һәм Йөгәмеш ауылдарына зәңгәр яғыулыҡ үткәреү мәсьәләһе һыҙыҡ өҫтөнә алынды.

Сәфәр барышында Константин Толкачев Яңауылдағы 4-се мәктәптә лә булды. Төҙөкләндерелгән объектта әле эске ремонт эштәре дауам итә. Төбәктә праалмент спикеры «Авангард Нефтесервис» предприятиеһы эшмәкәрлеге менән дә танышты.