“Башҡорт сода компанияһы”ның контроль пакеты Башҡортостанда ҡала

Рәсәй Президенты указына ярашлы, федераль ҡарамаҡта булған 47 процент акция “Рус водороды” ойошмаһына ышаныслы идара итеүгә тапшырылды. 2021 йылда Владимир Путин “Сода” компанияһының 38,3 процент, шулай уҡ 11,7 процент һәм бер акцияны республика ҡарамағына тапшырҙы. Шулай итеп, Башҡортостан контроль пакетҡа эйә булды.