Республика халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға даими ярҙам итә. Аҙыҡ-түлек, медицина препараттары, кейем-һалым туплай, маскировка селтәрҙәре үрә, тағылмалы мунсалар эшләй. Балалар һалдаттарҙы дәртләндергән хаттар яҙа, һүрәттәр төшөрә. “Алғы һыҙыҡта алышҡан ир-егеттәргә терәк булыу беҙҙең изге бурыс”, - ти “Хәрби хәрәкәттәр ветерандары” төбәк ойошмаһы рәйесе, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Тимерйән Рәжәпов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспубликала яугирҙәргә посылкалар йыйыу иғлан ителде. Миңлеғәли Шайморатов һәм Александр Доставалов батальоны хәрбиҙәренә һәр кем ярҙам ебәрә ала. Әйберҙәр 18 апрелдән 27-еһенә тиклем "Берҙәм Рәсәй" партияһының урындағы бүлексәләрендә Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабында ҡабул ителә. Гуманитар ярҙам логистика үҙәгендә туплана һәм Донбасҡа бер йөк менән оҙатыла.