Республикала инвесторҙарға Ағиҙел ҡалаһында теплицалар төҙөргә тәҡдим ителә

Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы бизнес идея әҙерләгән. Уға ярашлы, Ағиҙел ҡалаһында 13 гектар биләмәлә йылыяпмалар төҙөргә була. Хужалыҡты үҫтереү өсөн бөтә шарттар бар: электр, газ һәм һыу үткәрелә, юл һалынған, участкала элекке завод биналары ла ҡалған. Инвестор проект менән виртуаль тур ярҙамында корпорация сайтында ентекләберәк таныша ала.