Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Алтын Солоҡ” ойошмаһы белгестәре “Беловежье шырлығы” ҡурсаулығына бара. Умартасылар Бөйөк Ватан һуғышынан һуң юғалған ҡара урман бал ҡорто популяцияһын тергеҙергә ярҙам итә. Республикала солоҡсолоҡто үҫтереү һәм ҡырағай бөрйән бал ҡорттарын һаҡлап ҡалыу өсөн программа ҡабул ителде. Быйыл бының өсөн 20 миллион һум бүленде.