Башҡортостанда “Сәләмәтлек поездары” ҡайтанан юлға сыға

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы киләһе аҙнала башлана. Быйыл 26 мобиль комплекс йәлеп ителә.      “Сәләмәтлек поезы”ның беренсе туҡталышы 17 апрелдә Иглин районы Красный Восход ауылында була. Маршрут менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға була. Акция 10 сентябргә тиклем дауам итә.