Ҡаланың йәш техниктар станцияһында мәктәп уҡыусылары араһында ағасты һырлау буйынса район конкурсы үтте. Унда Йомаш, Юлыҡ ауылы,ҡаланың 2-се һанлы һәм 4-се лицей уҡыусылары ҡатнашты. Ентекләберәк, киләһе яҙмала.
Юлыҡ ауылынан Кәримә Байегетова өсөн һырлау эше-яратҡан шөғөлдәренең береһе. Был конкурсҡа ла ул етди әҙерлек менән килгән. Ул иң тәүгеләрҙән булып конкурс эшен үтәне һәм лайыҡлы беренсе урын яуланы.
Ағасты һырлау - һынлы сәнғәттең популяр төрҙәренең береһе. Сараның тәүге өлөшөндә Йәш техниктар станцияһының Йомаш ауылындағы өҫтәлмә белем биреү педагогы Наип Байегетов конкурста ҡатнашыусыларға ағасты соҡоп һырлау буйынса кәңәштәре менән бүлеште. Конкурсанттар иһә,үҙ сиратында,үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе.
Сәнғәттең был төрө - еңелдән түгел.Ул иғтибарлыҡты, сабырлыҡты талап итә. Наип Әхмәтдин улы тәрбиәләнеүселәре үҙҙәренең ижад емештәре менән районда ғына түгел, республика кимәлендәге конкурстарҙа ла ҡатнаша һәм алдынғы урындар яулай.
Сара халыҡ кәсептәрен һаҡлап ҡалыу, уны үҫтереү, был сәнғәт төрөнә йәштәрҙе йәлеп итеү маҡсатында ойошторола. Быйылғы конкурс Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә үтте. Заман технологиялары үҫешкән осорҙа балаларҙа ҡул эшенә ҡыҙыҡһыныу уятыу икеләтә әһәмиәтле.
Альбина Байегетова