Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм яугирҙарҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙә әүҙемлек күрһәтеүселәр Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Почетлы билдәһе менән бүләкләнде. Награданы район һәм ҡала советы депутаттары ҡатнашлығында уҙған ултырышта парламент рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы.
Улар миллионлап аҡса ла эшләмәй, олигарх та түгел. Барыһы ла ябай эшсән халыҡ араһынан. Әммә күрһәткән ярҙамы, изгелеге, күңел киңлеге менән иң бай кешеләр. Уларҙы бер маҡсат- яҡындарға, мохтаждарға ярҙам итеү теләге берләштерә. Махсус хәрби операция башланыуы тап ошондай мәрхәмәтле, миһырбанлы кешеләрҙе берләштерҙе. Ейәнсуранан Ришат Ҡыуатов та хәрби хәрәкәттәр башланыу менән гуманитар ылау туплау эшенә тотона. Хатта үҙе үк Донбасҡа тиклем оҙатып та бара. Ике улының махсус хәрби операцияла ҡатнашыуы, өсөнсөһөнөң дә ил һағына баҫырға йыйыныуы ярҙам итеү теләген көсәйтә генә, ти Ришат Рәшит улы.
Район һәм ҡала советтары рәйестәре ҡатнашлығында уҙған ултырыш Рәсәй парламентаризмы ойошторолған көнгә арналды. Ул 1906 йылдың 27 апрелендә барлыҡҡа килә һәм бер нисә көн генә эшләп ҡала. Шулай ҙа илдә тап ошо дата закондар сығарыу органдарына нигеҙ һалынған көн тип һанала. Халыҡ һайланыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү, ирекмәндәр штабы эшмәкәрлеге тураһында фекер алышты.