Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар махсус операцияла ҡатнашыусыларға кейемдәр тегеп оҙата

Гүзәл заттар һалдаттарға балаклава, толстовка, баш кейеме, йоҡо өсөн махсус ҡулайламаларҙы сифатлы флис туҡымаларҙан тегә. Ирекмәндәрҙең бер өлөшө тегеү менән шөғөллөнһә, икенселәре әйберҙәрҙең размерҙарын билдәләп, посылкаларҙы туплай.

Ҡатын-ҡыҙҙар махсус операцияла ҡатнашыусылар өсөн әйберҙәрҙе көн һайын тегә. Кейемдәрҙең һуңғы партияһын улар «Ватан» ирекле батальоны егеттәре аша оҙатҡан. Яугирҙарға күңел йылыһы һалып әҙерләнгән әйберҙәр хәрбиҙәр араһында ҙур һорау менән файҙалана. Кейемдәрҙең һәм кәрәк-яраҡтарҙың бер өлөшө Донбасс госпитальдәренә ебәрелә.