Өсөнсөгә ойошторолған тармаҡ белгестәре конкурсы Волга һыу транспорты дәүләт университетының Өфө филиалында уҙҙы. Финалда уҡыу йортоноң элекке курсанттары - бөгөнгө судно йөрөтөүселәр теоретик һәм практик күнекмәләрҙә ҡатнашты. Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.
Уттарҙы ҡабыҙыу, GPS-ты көйләү, диспетчерға ҡуҙғалыу тураһында хәбәр итеү. Штурвал артындағы бәйге тотоусының һәр аҙымы баһалана. Тирә-яҡта стеналар булыуына иғтибар итмәгәндә, үҙеңде карапта китеп барған һымаҡ хис итергә мөмкин. Махсус тренажер ошо маҡсатта ҡуйылған да инде. Тулҡындар шаулауына оҡшаш тауыш, капитан баҫмаһы күсермәһе ысынбарлыҡҡа яҡынлаштырып эшләнгән. Штурвал артында ла курсанттар түгел, ә ысын судно йөрөтөүселәр.
Рейстар романтика ғына түгел, тәү сиратта яуаплылыҡ, ти бәйгене баһалаусы Илдар Әбҡадиров. Имтихан алыусы уҙаман үҙе - элекке капитан, донъя буйлап сәйәхәттә лә ҡатнашҡан. Бәйгелә ҡатнашыусылар өсөн булдырылған яһалма шарттарҙың ысынын капитан үҙ күҙҙәре менән күргән. Тәжрибәле капитан егеттәрҙең төрлө һауа шарттарында маневрҙар яһау оҫталығын баһаланы.
Конкурста Волга һыу транспорты дәүләт университетының элекке курсанттары - бөгөнгө судно йөрөтөүселәр ҡатнаша. Юғары уҡыу йорто әҙерләгән юғары класлы белгестәр пассажирҙар һәм йөк ташыусы караптарҙа идара итә. Республикала бындай йүнәлештә берҙән-бер һаналған вузды таммалаусылар Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә мәшғүл.
Рәзилә Ғиниәтуллина