Өфөнөң «Торатау» Конгрес-холы бинаһы бер көнгә эш биреү үҙәгенә әйләнде. Иҡтисадтың төрлө тармаҡтарына ҡараған төбәктең 200-ҙән ашыу предприятиеһы эш әҙләүселәргә вакансиялар тәҡдим итте. Бынан тыш, мәктәп уҡыусылары буласаҡ һөнәрен һайлау өсөн урта һәм юғары уҡыу йорттары менән яҡындан таныша алды. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова дауам итә.
10-сы класс уҡыусыһы Айгөл Шәһимәрҙәнова һөнәр һайлау өсөн юғары уҡыу йорттары менән яҡындан таныша. Ҡыҙ теүәл предметтарҙы үҙ итә, шуға техник вузға уҡырға инергә теләй.
Йәрминкәлә мәктәп уҡыусылары төрлө һөнәрҙәр тураһында мәғлүмәт тупланы. Өфө урман-техник техникумы бөгөн хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәр белгестәре әҙерләй, студенттар эшһеҙ ҡалмай, ти уҡытыусылар.
Йәрминкәлә шулай уҡ эш эҙләүселәргә вакансиялар тәҡдим ителде. «Торатау» Конгрес-холы бинаһының 13 майҙансығында 260-тан ашыу предприятие менән яҡындан танышыу мөмкинлеге булды. Йәрминкәлә эш эҙләүсе белгестәр өсөн 5 700-ҙән ашыу вакансия тәҡдим ителде.
ПРОФФЕСТ Бөтә Рәсәй эшкә урынлашыу йәрминкәһе сиктәрендә республиканың 13 ҡалаһында күләмле саралар үтте. Фестивалдә республиканың урта һәм юғары уҡыу йорттары буласаҡ студенттарҙы йәлеп итеү һәм ҡыҙыҡһындырыу өсөн күргәҙмәләр әҙерләгән.
Бөтә Рәсәй эшкә урынлашыу йәрминкәһенең тәүге этабында 5 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Акцияның икенсе этабын йәйгеһен ойоштороу күҙаллана
Лилиә Мәҡсүтова