2024 йылда төҙөкләндереләсәк объекттар онлайн тауыш биреүгә сығарылды

Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты. 15 апрель 2024 йылда төҙөкләндереләсәк йәмәғәт биләмәләрен һайлап алыу буйынса Бөтә Рәсәй онлайн тауыш биреү башланды. Ул йыл һайын Президент башланғысы менән ойошторолған «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы һәм «Торлаҡ һәм Ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә уҙғарыла, тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.

Башҡортостан башлығы былтыр республикала 122 обьект тауыш биреүгә сығарылһа быйыл уларҙың һаны 185-кә етеүен дә билдәләгән. Тауыш биреүҙең төп мәғәнәһе, муниципалитеттарҙағы яңыртыу талап ителгән парк, сквер, йәйәүлеләр зонаһы, йылға ярҙарын халыҡ үҙе һайлай. Еңеүсе объекттарҙа эштәрҙе башҡарыуға федераль ҡаҙнанан аҡса бүленә. Тауыш биреүҙә 14 йәштән өлкән Рәсәй граждандары ҡатнаша ала Ул горсреда нөктә ру адресы буйынса 31 майға тиклем дауам итә.

Башҡортостанда ҡала һәм ауылдарҙың төҙөклөгөнә ҙур әһәмиәт бирелә. Шуға ла был йәһәттән федераль бюджеттың ярҙамы ифрат мөһим. Бөтәгеҙҙе лә әүҙем тауыш биреүгә саҡырам,- тигән Башҡортостан Башлығы.