Баймаҡта «Атайсал - минең кесе Ватаным» тигән муниципаль- ара форум үтте

Атайсал-минең Кесе Ватаным. Баймаҡ ҡалаһында ошондай исем аҫтында уҙған форум 10 муниципаль берәмектең илһөйәрҙәрен бергә йыйҙы. Был республика буйынса алтынсы форум. Сарала мөһим темаларға арналған секциялар, старт-сессия, түңәрәк өҫтәлдәр һәм дискуссия майҙансығы эшләне. Проект сиктәрендә көньяҡ райондарҙа башҡарылған эштәр, киләсәк бурыстар барланды. Төп йүнәлештәр хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Көн ҡарлы-дауыллы тороуға ҡарамаҫтан, Баймаҡтың тиҫтәгә яҡын социаль учреждениеһында халыҡ ҡайнай. Бар урында ла түңәрәк өҫтәлдәр, секциялар, фекер алышыуҙар бара. Был майҙансыҡтар «Атайсал-минең кесе Ватаным» форумы сиктәрендә ойошторолған. Ҡатнашыусылар 10 муниципаль берәмектән, ситтә йәшәгән яҡташтар ҙа ҡушылған. Ике йыл элек Башҡортостан башлығы тәҡдиме менән башланған «Атайсал» бөгөн тотош халыҡты берләштергән проектҡа әүерелгән.

Форум сиктәрендә ойошторолған түңәрәк өҫтәлдәр төрлө темаға арнала. Мәҫәлән, заманса шарттарҙа яҡташтар ойошмаһының роле, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау, проектты медиакиңлектә яҡтыртыу, биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү, йәштәрҙе йәлеп итеү һәм башҡалар. Уларҙың һәр береһе Атайсалдың йәшәйешен яҡшыртыуға, быуындар күсәгилешлеген һаҡлауға йүнәлтелгән.

Форумда башҡарылған эштәргә баһа биреү, фекер алышыу ғына түгел, эш йүнәлештәре лә барлана. Мәҫәлән, Баймаҡ агросәнәғәт колледжында ойошторолған секцияларҙа һүҙ эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре, брендтар булдырыу, комплекслы үҫеш тураһында бара. Муниципаль берәмек вәкилдәре төрлө проекттар өҫтөндә эшләй. Шуларҙың береһе урындағы үҙидара менән бизнестың хеҙмәттәшлеге буйынса эш тәжрибәһе.

Атайсал проектының төп үҙенсәлеге төбәк тормошона ситтә йәшәгән яҡташтарҙы йәлеп итеү. Был йәһәттән яҡташтар ойошмаһы ҙур роль уйнай. Улар фекеренсә, ярҙам төрлө юҫыҡта алып барылырға тейеш. Мәҙәни саралар ҙа, матди ярҙам да, экологик саралар ҙа кәрәкле.

«Атайсал» проектынан дини ойошмалар ҙа ситтә ҡалмаған. Баймаҡ үҙәк мәсетендә кесе ватаныбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен һаҡлауға арналған һөйләшеү үтте. Сарала мәсет төҙөткән кешеләр ҙә бар. Шуларҙың береһе махсус хәрби операцияла яугирҙарыбыҙҙың терәге, таянысы булған Хәмзә хәҙрәт Хафизов. Ул тыуған яғында иман йорто һалдырған, мәсет тиҙҙән ишектәрен аса.

Форум сиктәрендә күргәҙмәләр ҙә ойошторолған. Майҙанда төбәк етештереүселәренең продукцияһы менән танышырға ла, «Атайсал» проекты сиктәрендә башҡарылған эштәрҙе лә, ҡатнашҡан кешеләрҙе лә күрергә мөмкин. Һәр береһе тыуған яҡҡа тоғролоҡ, илһөйәрлек өлгөһө. Башҡортостан тап ошондай шәхестәре менән көслө лә инде, улар республиканың терәге, таянысы.

Кеше ҡайҙа ғына йәшәһә лә, кем булып эшләһә лә, ниндәй генә дәрәжәләргә өлгәшһә лә уның тамырҙары тыуған төйәгендә. Ул тап шул ерлектән көс-ҡеүәт, илһам ала. Атайсал проекты ошо изге урын,бәләкәй ватаныбыҙ менән бәйләнеште нығытыу, ситтә йәшәгән яҡташтарҙы ла уның тормошона йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя ла инде. Һәм бөгөн был башланғыс үҙ маҡсатына өлгәште, проект тотош республика халҡын берләштерҙе тип әйтергә мөмкин

Рәмзиә Кәримова