Уларҙы оҙатырға туғандары, яҡындары килгән. Хис-тойғоларҙың тулышыуынан ике аҙналыҡ ялдың һалдат өсөн ни тиклем аҙ икәнәлегенә инанаһың. Әммә нисек кенә булмаһын айырылышыу минуттары аяуһыҙ. Улар үткән һайын хушлашыусыларҙың ҡосаҡтары нығыраҡ ҡыҫыла, күҙҙәргә йәштәр эркелә. Шуға күрә хәрбиҙәр был аҙна-ун көндө мөмкин тиклем файҙалы уҙғарырға тырышҡан.
Хәрби операцияға яугирҙар тыныс күңел менән китә. Өйҙә ҡалған ғаиләләре, яҡындары өсөн борсолаһы түгел. Төбәктә һалдаттарҙы һәм уларҙың туғандарын ҡурсалау буйынса эш яҡшы ойошторолған. Республика етәкселеге хәрби бурысын үтәүгә юлланыусылар менән был бәйлнештәрҙе нығытыу буйынса фекер алышты.