«Осҡонсоҡтар белем һәм ижад мәктәбендә сәйәхәттә» тип аталған асыҡ ишектәр көнө гимназияла икенсе йыл рәттән ойошторола. Буласаҡ уҡыусылары белем усағы менән яҡындан таныша, мәктәптә ойошторолған түңәрәктәр, секциялар эшен, класс бүлмәләрен ҡарай. Балаларҙың күбеһе әле гимназияның әҙерлек бүлегендә шөғөлләнә.
Яңы уҡыу йылына гимназияла ғәҙәттәгесә, өс класс туплана. 70-тән ашыу бала әҙерлек төркөмөн үткәндән һуң белем усағында концерт ҡуйҙы. Буласаҡ уҡыусылар шулай уҡ гимназия талаптары һәм уҡыу шарттары менән танышты, ата-әсәләр белем усағында ҡабул ителәгән берҙәм форма һайланы.